Уңған баҡсасы

Баймаҡта йәшәүсе баҡсасы Рәүилә Базикова ҡаланың 80 йыллығы уңайынан ойошторолған "Иң яҡшы ихата" конкурсында призлы урынға лайыҡ булды. Ул тормош иптәше менән егерме йылдан ашыу баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Ихатаһында йылы яҡтарға ғына хас, һирәк осрай торған емеш ағастары ла бар.

Уңған кеше бар яҡлап та унған. Хужабикәнең баҡсаһында нимә генә үҫмәй: ҡыяр, помидор, йәшел тәмләткестәр, 3 тиҫтәнән ашыу ағас ҡыуаҡтары. Таныш емештәрҙән алма, груша, балан, ҡарағат, ағас еләктәре генә түгел, хатта, беҙҙен яҡтарға һирәген дә ултыртҡан: тут ағасы, виноград, актинидия, сәтләүек ағасы, ҡара бөрлөгән, барбарис, абрикос та үҫә бында. Тырышҡанда беҙҙең һауа шарттарында ла был ағас емештәрен ауыҙ итергә була, планда әле әсе тупраҡта үҫкән емеш-еләктәрҙе үҫтереү,- ти уңған хужабикә.

Рәүилә Базикова йәшелсә-емеш кенә түгел, баҡсаның йәме булып, күҙҙең яуын алып тороусы сәскәләрҙе лә яратып үҫтерә. Ҙур баҡса үҫтереү Базиковтар ғаиләһенең хыялы була. Ошо баҡса урынын алғанда бында һаҙлыҡ ине, тип хәтерләй хужабикә. Тәүҙә бер участок, һуңынан тағыла ике ер бүлеме баҡсаны зурайтырға тип өҫтәп алалар. Йәй башынан алып ҡара көҙгә тиклем Рәүлә апай иптәше Урал менән ошонда йәшәйҙәр,уҙең үҫтергән хәләл ризыҡты эш итеп балаларын, тыуғандарын ҡыуандыра. Баҡсаһында сит ағас, емештәрҙе үстереү өсөн бар мәғлүмәтте ул интернет селтәренән, тәжрибәле баҡсасыларҙан ала. Пермь, Силәбе, Краснодар һәм башҡа Рәсәй ҡалаларынан Баймаҡҡа килеп һатыу итеүселәр менән тығыҙ аралаша,тәжрибә уртаҡлаша. Тырышлыҡтың һөҙөмтәһе йәйен-көҙөн силәктәргә өлгөргән емеш-еләкте йыйыу. Ят емештәрҙе ауыҙ итеү өсөн сит тарафтарға барыу ҙа кәрәкмәй, уларҙы Баймаҡ унғандарынын баҡсаһында ла табырға мөмкин.

Автор: Айгөл Иҙелбаева