Башҡортостанда республика халҡының өстән ике өлөшө Рөстәм Хәмитовҡа ышанып ҡарай

Йәмәғәт фекерен өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй үҙәге Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт-сәйәси хәл торошон тикшерә. Төбәктә йәшәүселәргә Рөстәм Хәмитовтың эшмәкәрлеген баһаларға тәҡдим итәләр. Һорау алыу телефон аша башҡарыла.

Һорау алынған кешеләрҙең 61% — Төбәк Башлығының эшмәкәрлеген хуплай. Уларҙың 43%-ы- «яҡшы», 18% -ы— «биҡ яҡшы» баһаһын ҡуя. Шулай уҡ, кире баһаларҙа бар. Һорау алғандарҙың 18%-ы - «насар», 8%-ы- — «бик насар» тип яуап бирә. Рөстәм Хәмитов эшмәкәрлеге хаҡында бөтөнләй бер нәмә белмәүселәр ҙә осрай. Улар барлығы дүрт процент. Һорау алғандарҙың һигеҙ проценты яуап бирергә ҡыйынһына. Төбәк Башлығына юғары кимәлдә ышаныс белдереүселәр 62% тәшкил итте, ышаныс белдермәүселәр- 31%.

Һорау алыу ағымдағы йылдың 22 июненән алып 26 июнгә тиклем ойошторола. Тикшереүҙә барлығы республиканан 1200 кеше ҡатнаша. Улар барыһы ла ун һигеҙ йәштән өлкән.

Фотография: Интернет