Республикала Ҡыҙыл китапҡа индерелгән балыҡтарҙы тотоусылар суд алдында яуап тотасаҡ

Краснокама районында йәшәүсе ике ир суд алдында яуап тотасаҡ. 26 һәм 28 йәшлек егеттәр законһыҙ рәүештә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән балыҡтарҙы тотоуҙа ғәйепләнә. Был хаҡта төбәк прокуратураһынан хәбәр итәләр.

Ағымдағы йылдың июль айында егеттәр Кама йылғаһында балыҡ тота. Һөҙөмтәлә, улар,Ҡыҙыл китапҡа индерелгән 18 уҡбалыҡты тота. Бынан тыш, был маҡсатта ау ҡулланалар.

Ирҙәр үҙ ғәйептәрен таный. Енәйәт эше судта ҡараласаҡ.

Фото: Интернет