Башҡортостандың Благовещен районында көслө дауыл эҙемтәләрен бөтөрәләр

Благовещен районының Осиповка ауылында дауыл 7 август төнөндә башлана. Көслө дауыл йорт ҡыйыҡтарын алып ташлай.

Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, Осиповка ауылында дауылдан барлығы егермегә яҡын йорт зыян күрә. Бынан тыш, дауыл бер йорттоң ҡыйығын алып ташлай. Артабан, йортта йоҡлап ятҡан ете баланың өҫтөнә түбә ишелеп төшә. Асыҡланыуынса, балалар өләсәләренә ялға килгән була. Улар, ҡурҡыштарынан, юрған аҫтына йәшенәләр. Оло йәштәге ҡатын өлкән ейәне менән, үҙ алла балаларҙы емерек аҫтынан сығара. Балалар еңелсә тән йәрәхәттәре ала.

Әлеге ваҡытта ауылда ҡырҡ кешенән торған төҙөүселәр төркөмө емерелгән хужалыҡтарҙы тергеҙә.Зыян күреүсе ғаиләләргә икенсе торлаҡҡа күсеү талап ителмәй.