Стәрлетамаҡ менән Ишембай араһын бәйләүсе күпер таушала башлаған.

Әле ҡоролма кәртәләп алынған һәм тарнспорт өсөн реверсив хәрәкәт асылған. Ағиҙел йылғаһы аша күпер уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән. Дүрт тиҫтә йыл дауамында бер тапҡыр ҙа ремонт эштәре башҡарылмаған. Шуға ла объектҡа капиталь ремонт күптән талап ителә. Ҡала хакимиәте төҙөлөш эштәре өсөн подрядсы ойошма эҙләй. Быйыл 2 миллион һумға ремонт башҡарылһа, киләһе йылға реконструкция эштәрен башлау планға ингән.

Әле автоһәүәҫкәрҙәр әйтеүенсә, ике ҡала араһын бәйләгән күперҙә башлыса иртәнге сәғәттәрҙә, төшкө аш мәлендә ҙур автомобилдәр тығындары барлыҡҡа килә.

Илшат Дәминев, автоһәүәҫкәр: «Өлгөрә алмаған саҡтар бар. Салауат аша алыҫыраҡ. Ярай кондиционер эшләй, эҫелә ҡыйын бит машина эсендә ултырыуы».

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан әйтеүҙәренсә, алдағы ике йылда республикала 20 күпер төҙөкләндерелеп, яңылары сафҡа инәсәк. 2018-2019 йылдарҙа объекттар Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Туймазы, Шаран, Дүртөйлө, Ишембай һәм башҡа райондарҙа файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә.

Автор: Фәниә Юланова