Әсәм теле — сәсән теле

Бөгөн Өфөлә туған телде уҡытыу мәсьәләләренә бәйле дискуссия ойошторолдо. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында үткән форумда республика район-ҡаларынан тыш, башҡорт теле дәрестәре алып барылған Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә ҡатнашты. Улар араһында Ырымбур өлкәһе мөғәллимдәре лә бар. Мәғлүм булыуынса, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктең Төйлөгән районында мәҫәлән, 19 мәктәп иҫәпләнә. Баш­ҡорт теле предмет булараҡ тик Алла­бирҙе мәктәбендә генә уҡытыла. Ә башҡа ауылдарҙа дәрестәр рус телендә алып барыла.

Форумда ошо һәм башҡа мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелде. Уның барышында һөнәри белем биреүҙе камиллаштырыу, тәрбиә һәм уҡытыуҙа яңы алымдар индереү, инклюзив белем биреүҙе үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу мәсьәләләре лә ҡаралды.

Автор: Азат Ғәлиуллин