Әбйәлил районына Мари Эл республикаһынан тоҡомло кәзәләр килтерелде.

Ете баш ваҡ мал тиҙҙән төбәктең 5 хужалығына тапшырыласаҡ. Әлеге ваҡытта улар 30 көнгә каратинға ябылған. Тоҡомло кәзәләр ит һәм һөт йүнәлеше яғынан отошло. Башҡортостанға улар махсус программа буйынса ҡайтарылды. Эшҡыуарҙар Әбйәлилдән тыш, Ейәнсура һәм Баймаҡ райондары хужалыҡтары менән хеҙмәттәшлек булдырырға иҫәп тота.

Мари Эл республикаһынан Башҡортостанға. Йөҙҙәрсә саҡрым юл үтеп, кәзәләр Әбйәлил районына килтерелде. 7-9 ай самаһындағы ваҡ малдарҙы урында уҡ төбәктең ветеринар белгестәре тикшерә. Һуңынан улар ҡағиҙәләргә ярашлы каратинға ябыла. Тимәк, кәзәләр билдәле бер ваҡытҡа тиклем айырым шарттарҙа тәрбиәләнәсәк.

Мари Эл республикаһы эшҡыуарҙары булдырған махсус проект тоҡомло кәзәләрҙе үрсетеүгә йүнәлтелгән. Ит һәм һөт буйынса ла махсуслашырға мөмкин. Өҫтәүенә, кәзә бәрәстәрен хужалыҡ , шул уҡ йүнселдәргә һата ала.

Александр Порошин, проект етәксеһе: «Беҙ тоҡомло тәкәләрҙе хужалыҡҡа, йә шәхси ҡулдарға тапшырабыҙ ҙа бер йылдан бәрәстәрен һатып алабыҙ. Мал хаҡы уның ауырлығынан сығып иҫәпләнә. Бер баш мал алты-ете меңгә тура килә. Кәзәләрҙе үҫтереүселәр өсөн дә отошло, беҙгә лә ҡулай».

Тоҡомло кәзәләр үрсетеү һөтсөлөк йүнәлешендә отошло , ти сит төбәк эшҡыуарҙар. Үҙҙәре лә 8 меңләп кәзә аҫрай. Тармаҡты тағы ла йәйелдереү маҡсатында Әбйәлил районының 5 хужалығы менән килешеү төҙөгән.

Автор: Азат Ғәлиуллин