Республикала үткән ҡойма ямғыр сәбәпле ҡала урамдарын һәм автомобиль юлдарын һыу баҫа

8 августта Башҡортостандың көньяғында көслө дауыл үтә. Ҡойма ямғыр сәбәпле, Стәрлетамаҡтың бер нисә урамын һыу баҫа. Быға тиклем ошондай уҡ тәбиғәт ғәрәсәте республиканың көнбайышында үткәйне.

Стәрлетамаҡ урамдарында автотранспорттар юлдарҙа "йөҙөп" йөрөй. Юрматы һәм Водолаженко урамдарын һыу бигерәк ныҡ баҫа. Водителдәр ҡала сите юлынан да ҡыйынлыҡ менән йөрөй.

Салтыков-Щедрин, Черноморская, Ибраһимов, Комаров урамдары ла һыу аҫтында ҡала. Артем урамында иһә һыу йорт алдарына ла инә. Йәйәүлеләргә был ҡыйынлыҡты йырып сығыу проблемаһы килеп тыуа.

Ә Туймазыла иһә, ҡаланың ике өлөшөн берләштергән тоннель, ямғыр һыуы аҫтында ҡалған. Әлбиттә, был юлы водителдәр яйлап ҡына үтеп китә ала. Быға тиклем, тоннелдә ямғыр һыуы сәбәпле, автомобилдәр һүнеп ултыра. Шуға күрә, урындағылар, бындай һауа торошо булғанда, ямғыр бөткәнен көтөп, тоннелдән йөрөмәҫкә үҙ итә.