Башҡортостанда һатыуҙа тыйылған 450 кг аҙыҡ-түлек юҡ ителә

2018 йылда республикала һатыуҙа тыйылған 450 кг аҙыҡ-түлек юҡ ителә. Атап әйткәндә, груша менән Польшанан килтерелгән кәбеҫтә, Германия, Голландия һәм башҡа илдәрҙән индерелгән сырҙар һатыуҙан алына.

Башҡортостан таможняһы Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте менән берлектә 11 рейд ойоштора. Тыйылған аҙыҡ-түлектәр һатыуҙан алына.

Белгестәр шулай уҡ, егерме дүрт таможня тикшереүе үткәрә. Штрафтар, таможня түләүҙәре барлығы 148,3 млн һум тәшкил итә.

Фото: Интернет.