Рәсәйҙә һыуыҡ тейҙереп ауырыған балаларҙы балалар баҡсаһына һәм мәктәптәргә индермәйәсәктәр

Рәсәйҙә һыуыҡ тейҙереп сирләгән балаларҙы мәғариф учреждениеларына индермәйәсәктәр. Яңы ҡағиҙәләр ағымдағы йылдың сентябрь айында үҙ көсөнә инә. Был хаҡта «Известия.RU» гәзите хәбәр итә.

Көн һайын иртән мәғариф учреждениеһында балаларҙы медицина тикшереүе көтә. Әгәрҙә балала сир башланып торһа йә иһә ауырыған булһа, уны кире өйөнә ҡайтарасаҡтар. Был, һау балаларҙы сирләтмәү, инфекцияны таратмау маҡсатында башҡарыла.

Рәсәйҙең баш санитар табибы Анна Попованың ҡарары көҙгө-ҡышҡы ваҡытта эшләйәсәк. Ҡайһы бер ата-әсәләргә, дауаланыу өсөн, берәмләп ял алырға тура киләсәк.

Фотография: Интернет