Республикала ир кеше йәшендән һәләк була

Бәхетһеҙ осраҡ шаршамбы, 8 августта, Балаҡатай районында теркәлә. Йәшен атыуҙан бер кеше һәләк була, тағы ла берәүһе зыян күрә.Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә бесән ваҡытында теркәлә. Атарша ауылында йәшәүсе ирҙе йәшен атып, үлтерә. Ә уның янында бесәндә йөрөүсе Үрге Үтәш ауылы кешеһе әлеге ваҡытта медицина учреждениеһында.

Йәшен ваҡытында тәҙрә, ишектәрҙе ябырға кәрәк. Телефон аша һөйләшеү тыйыла. Әгәр ҙә урманда булһағыҙ, бәләкәй ағастар янында һаҡланығыҙ. Бейек ағастар үҫкән урмандар, һыу буйында ҡалмағыҙ.

950