Өфөлә ямғырҙан һуң ятаҡхананың стенаһы ишелеп төшә

Ваҡиға шаршамбы, 8 августта,Өфө районың авдон ҡасабаһында теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүселәр юҡ.

Шаһиттар һүҙҙәренсә, ямғырҙан һуң, Йәштәр урамы, , 12 адресы буйынса урынлашҡан ятаҡтың стенаһы ишелеп төшә. Кирбес стена подъезд ишеге янында ишелә.

Бәхеткә,зыян күреүселәр юҡ. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.