Иртәгә республикала йәшенле ямғыр көтөлә

Йома, 10 августта, Башҡортостанда йәшенле ямғыр яуыуы көтөлә. Республика халҡын көндөҙ болотло һауа торошо көтә.

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә төбәктә йәшенлә ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә + 11 градус, көндөҙ + 22 градус.

Башҡалала һауа температураһы 21 градусҡаса күтәреләсәк. Төндә + 10 градус йылы, шулай уҡ, ямғыр көтөлә. Алдан синоптиктар вәғәҙә итеүенсә, республикала ял көндәрендә эҫе һауа торошо көтөлә.

Фото: Интернет.