Башҡалала ҡойма ямғыр сәбәпле ер ишелеп төшә

Һуңғы көндәрҙә башҡалала ҡойма ямғыр үтте. Ошо сәбәпле, Октябрь районында Өфө йылғаһының яр буйы юлында ер ишелә. Ишелеүҙе, тикшереү барышында,Граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре асыҡлай.

Әле яр буйын нығытыу эштәре бара, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Тупраҡ ишелгән биләмәгә дүрт кубометр бетон ҡатнашмаһы ҡойола. Осраҡты ҡала хеҙмәттәре контролдә тота.

Иртәгә Башҡортостанда йәшенле ямғыр көтөлә. Һауа температураһы 22 градус йылы буласаҡ.

Фото: Интернет