Башҡортостанда күп ҡатлы биш йөҙ йорт төҙөлә

Бөгөнгө көндә төбәктә яҡынса биш йөҙ күп ҡатлы йорт төҙөлә, уларҙың майҙаны 2,5 млн квадрат метр тәшкил итә. Был хаҡта Төҙөүсөләр көнө айҡанлы үткән тантаналы сарала Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Шулай уҡ, республикала 55 мең шәхси йорт күтәрелә, уларҙың майҙаны иһә 5 млн кв. м.

Ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында 10,5 мең фатир сафҡа индерелә.Был Волга буйы федераль округында икенсе күрһәткес, тип хәбәр итә Башстат.