Хөрмәткә лайыҡлы хеҙмәт.

Бөгөн Өфөлә төҙөлөш өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмөнә юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Тармаҡ алдынғыларын яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән Республика башлығы тәрбикләне. Рөстәм Хәмиитов әйтеүенсә, төҙөлөш республика иҡтисадының төп нигеҙҙәренең береһе. Эске тулайым продукттың ун проценты тап төҙөүсөләр өлөшөнә тура килә. Йыл да төбәктә 2 миллион ярым тирәһе торлаҡ сафҡа индерелә. Төҙөлөш комплексы республикала 80 мең хеҙмәткәрҙе берләштерә.

Юғары ултырам,барыһын да күрәм. Әкиттәге ҡанатлы һүҙҙәр кранда эшләүселәрҙең көндәлек тормошо. Минең эш урынынан Өфө ус төбәндәге кеүек кенә күренә ти Мөршиҙә Халикова. Ханым хәҙер 36 йылдан ашыу башня краны машинисы булып эшләй.

Мөршиҙә Халикова кран машинисы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе: «Йәш саҡта эшләй башланым, хәҙер бейеклеккә өйрәнелде. Юғарынан бар ҡаланы ҡарап ултырабыҙ.»

Мин һалған йортто һәр ерҙә лә күрергә мөмкин, ти крансы. Мөршиҙә ханым теүәллек һәм һаҡсыллыҡ талап иткән иң ҡатмарлы төҙөлөштәрҙә ҡатнаша. Был оҫталығы өсөн ул Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсөһө исеме менән билдәләнде. Ғөмүмән, төҙөлөш ирҙәр эше тип һаналһа ла оҙаҡ йылдар был тармаҡта эшләп юғары уңыш ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙҙар күп. Раушания Минапова ла егерме йылдан ашыу халыҡҡа торлаҡ төҙөү эшендә.

Раушания Минапова, штукатур, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе: «Физик яҡтан ауыр булыуына ҡарамаҫтан эшем оҡшай. Оҡшағас эшләйем».

Тап шундай алдынғы ҡарашлы һөнәр оҫталарының бер төркөмө бөгөн маҡтау грамоталары һәм дәүләт наградалары менән билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында ябай балта оҫталарынан алып заманса техника менән эш итеүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә, етәкселәр ҙә бар. Уларҙың күптәре бар тормошон яратҡан һөнәренә, йорттар төҙөүгә бағышлаған. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ҡалалар, бар илгә билдәле сәнәғәт предприятиелары- бер нисә быуын төҙөүселәр тарихын һаҡлай. Яратҡан урамдарыбыҙ, боронғо йорттар һәм заманса комплекстар, театр, сауҙа үҙәктәре - былар барыһы ла төҙөүселәрҙең тынғыһыҙ хеҙмәт емеше.

Рөстәм Хәмитов, Республика башлығы: «В целом по объёму строительных работ республика всегда входила и будет входить в десятку крупнейших регионов страны. Кроме жилья и производственных объектов, у нас ведётся строительство газовых сетей, других промышленных объектов. Конечно же, мы будем продолжать наращивать строительство объектов здравоохранения, образования, культуры и спорта. Только в прошлом году у нас открылось девять новых школ и 16 детских садов».

Төҙөлөш комплексындағы ҡаҙаныштар, тармаҡ хеҙмәткәрҙәре федераль кимәлдә лә юғары баһалана. Һөнәри байрам алдынан Башҡортостандан Фларит Ғәниев Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ- коммуналь хужалығы министрының рәхмәт хаты менән билдәләнде.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, тармаҡҡа йәш, юғары әҙерлекле, аҡыллы кадрҙар етмәй. Һәм уларҙы тап һеҙҙең коллективта, һеҙҙең миҫалда тәрбиәләү кәрәк тине республика етәксеһе. Сөнки алда Башҡортостанды тағы ла күләмлерәк төҙөлөштәр, үрҙәр көтә.

Автор: Айнур Кәбиров