Хаҡтар ни хаҡ?

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы инфляция буйынса һуңғы ете ай күрһәткестәрен иғлан итте. Мәғлүмәттән күренеүенсә, баҙарҙа картуф, кишер, сөгөлдөргә хаҡтың бер аҙ артыуы күҙәтелһә, ә лимон, йөҙөм һәм бананға киреһенсә хаҡ төшкән. Белгестәр был хәлде төрлөсә аңлата. Берәүҙәр миҙгел үҙгәрештәре тип кенә ҡабул итһә, бәғзеләр глобаль макроиҡтисади күрһәткестәргә һылтана.

Ит хаҡы төрлөсә. Хатта һатыусыһына ҡарап та төрләнә. Гүзәл Исламова сауҙа өлкәһендә тиҫтә йылдан ашыу. Ит продукцияһы менән һатыулаша белә. Шуға ла халыҡ сират тороп ала. Ә ҡош итенең хаҡы иһә киреһенсә. Туңдырылғаны ғына мәҫәлән, йыл башынан 10 процентҡа күтәрелгән. Быға күрше төбәктәрҙә ҡош киҙеүе ҡотороуы ла йоғонто яһай. Он, ҡара бойҙай, дөгө ярмаларына, көнбағыш майына ла шулай уҡ хаҡтарҙың өҫтәлеүе күҙәтелгән. Яңы айыртылған башҡорт балы ла сауҙа кәштәләрен берәм-берәм тулыландыра башланы. Һуңғы ике йыл менән сағыштырғанда, татлы аҙыҡ быйыл етәрлек күләмдә йыйылған. Өҫтәүенә, йүкә лә ваҡытында сәскә атҡан. Шулай ҙа хаҡтары әлегә төрлө урында төрлөсә.

Мониторингка ярашлы, Башҡортостанда баҙар хаҡтары уртаса кимәлдә ҡала ,тигән фекерҙә белгестәр. Волга буйы федераль округында иң ҡиммәт аҙыҡ-түлек Һамар өлкәһендә, ә арзаны Мари Эл республикаһында теркәлгән. Беҙҙең төбәк урталыҡта. Иҡтисад белгестәр билдәләүенсә, Башҡортостанда инфляция кимәле ете ай һөҙөмтәләренә ярашлы 2,2 процентты тәшкил итә. Ә былтыр ул 1,5 процент булған. Ә шул арала Рәсәйгә санкция исемлегенә ингән илдәрҙән тауарҙарҙың үтеп инеүе дауам итә. Ошоға бәйле, йыл башынан ғына республикала 450 килограмдан ашыу аҙыҡ-түлек юҡ ителгән. Атап әйткәндә, Польшанан армыт, кәбеҫтә, Германия һәм Голландия кеүек илдәрҙән сыр килтерелгән.

Автор: Азат Ғәлиуллин