Оҙаҡламай Өфө үҙәгендә түләүле парковкалар барлыҡҡа киләсәк.

Тиҙҙән Өфө үҙәгендә лә автомобилдәрҙе бушлай туҡталға ҡуйып булмаясаҡ. Баш ҡалала көҙҙән паркоматтар урынлаштырыла һәм уларға махсус юл билдәһе ҡуйыласаҡ. Шулай итеп, баш ҡала етәкселеге Өфө урамдарында автомобилдәрҙе кәметеү ниәте менән яна. Яңы проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк.

Ҡала үҙәгендә автомобиль хужаларына парковка урыны эҙләргә мәжбүр. Урындар юҡ. Красин баҙары эргәһендә лә юлсылар йыш туҡтай. Күп кенә водителдәр тимер атын ҡалдырып китеү өсөн бер-нисә тапҡыр почет ҡулсаһын әйләнеп сыға, урын тапҡас та, ҡалған иптәштәре йомошон башҡарғансы машинаһында көтөп ултырырға мәжбүр. Красин баҙарында парковка урындары етмәүен беҙ үҙ елкәбеҙҙә татыныҡ. Күреүегеҙсә, беҙҙең автомобиль урынынан ҡуҙғала алмай, сөнки уның сығыу урынына икенсе автомобиль паркоквланған.

Телевидениеның яңылыҡтар хеҙмәте һәр ваҡыт юлда. тәгәрмәстәр өҫтөндә. Беҙ ярты сәғәткә һуңлап артабан эшебеҙҙе дауам итә алдыҡ. Ә янғын һүндереү техникаһы, ашығыс ярҙам каретаһы тығында ҡалғанда, кеше ғүмерҙәре лә хәүеф аҫтына ҡуйыла.

Башҡаланың тарихи урындарын ҡарарға, Өфөгә яңы тәъҫораттар артынан килеүселәр ҙә еңел автомобилдәренә парковка урындары етмәүгә зарлана.

Рәсәй башҡалаһында парковкаларҙың 80 меңдән ашыуы түләүле, ни бары 36-һы ғына бушлай. Парковка урынына түләмәгән өсөн 2500 һум күләмендә штраф ҡаралған. Йәкшәмбе һәм байрам көндәре автоһәүәҫкәрҙәргә түләүле парковкаларҙы ла бушлай ҡулланыу хоҡуғы бирелгән. Бушлай парковка хоҡуғы менән шулай уҡ инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, концлагер тотҡондары статусына эйә булыусылар ҡуллана ала. Ишле бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ҙә ташлама нигеҙендә йыл буйына бушлай туҡталҡа менән файҙаланыу рөхсәте алыу мөмкинлегенә эйә. Өфөлә түләүле парковкалар системаһын индереү тәү сиртатта башҡала халҡы уңайлығын күтәреү маҡсатында башҡарыла, ти проект авторҙары.

Лилия Клюковская, инвестиция ойошмаһының директоры урынбаҫары: «4 йыл эсендә башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен ентекле өйрәндек. Түләүле парковкалар проекты йәмәғәтселектә көслө резонанс тыуҙырасаҡ. Ләкин шуға ҡарамаҫтан, проекттың беренсе бүлеге көҙҙән тормошҡа ашырыласаҡ, Республиканың 100 йыллығына уны ҡала халҡы ла ҡушҡуллап ҡабул итер тип ышанабыҙ. Проект беҙҙе ҡала үҙәгендәге мәшхәрҙән ҡотҡарасаҡ».

Мәскәүҙә түләүле парковкалар 2013 йылдан бирле эшләй. 2017-cе йылда түләүле парковкалар 5 миллиард һумдан ашыу табыш килтергән. Рәсәй башҡалаһы өсөн парковкалар ҡала менән идара итеү ысулы. Килем алыуҙан тыш, юлдарҙа хоҡуҡ боҙоуҙар иҫкәртелә, йәйәүлеләр һәм ҡала транспорты өсөн уңайлыҡтар булдырыла. Түләүле парковкалар проекты күптән өлөгөрөп еткән мәсьәлә. Әммә уның Өфөлә нисек ғәмәлгә ашырылыуын бары тик ваҡыт ҡына күрһәтәсәк..

Автор: Гүзәл Борханова