Барыһы ла - балалар бәхете өсөн

Иртәгә Өфөлә педагогтарҙың август кәңәшмәһе үтә. Унда күтәрелгән төп төма балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҡағыла. Яңы уҡыу йылында мәғариф усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыуға 1 миллиард һум самаһы аҡса бүленә. Уның байтаҡ өлөшө мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә бүленә.

Әле белем усаҡтары һәм балалар баҡсалырында яңы уҡыу йылына әҙерлек дауам итә. Баш ҡаланың 40-сы балалар баҡсаһында малай-ҡыҙҙарҙы ҡаршы алырға косметик ремонт эштәре тамамланып килә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бында тәҙрәләр алмаштырылған, иҙән-түшәмдәр, стеналарҙы буялған. Йыл дауамында был балалар баҡсаһына 300-ҙән ашыу малай-ҡыҙҙар йөрөй ала. Уларҙың ижади һәләттәрен асыу, физик яҡтан сыныҡтырыу өсөн учрежденияла бөтә шарттар булдырылған. Яҡты һәм йылы бүлмәләр кәрәкле йыһаздар, уйынсыҡтар менән тәьмин ителгән. Һәләтле педагогтар һәм ата-әсәләр кескәйҙәрҙең бала-сағы күңелле үтһен өсөн бар көсөн һала.