Йөҙ йыллыҡ ижад миҙгелен - төҙөкләндерелгән бинала.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бер быуатлыҡ юбилейына сәнғәт усағына капиталь ремонт үткәрелә. Эштәр сентябрь айында башланыр, тип көтөлә.

Бөгөн театр артистары йәйге ялдан эшкә сыҡты. 99-сы ижад миҙгеле 4 октябрҙә асылһа ла, коллектив тамашасылар өсөн 16 августа "Зөләйха күҙҙәрен аса" сәхнә әҫәрен тәҡдим итә. Төҙөлөш эштәре барышында спектаклдәр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй сәхнәһендә ҡуйылыр тип күҙаллана. Шулай уҡ әле Рус драма театры, Мостай Кәрим исемендәге милли Йәштәр театры менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Мәжит Ғафури театры бинаһында ремонт эштәрен 2019 йылдың апрелендә тамамлау ҡаралған. Юбилей миҙгеленә театр өр-яңы сәхнә әҫәрҙәре әҙерләй.

Олег Ханов, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе: «Ижади коллектив ниндәйҙер алдағы пландар менән йәшәргә тейеш. Алдан планлаштырып, күҙаллап эште йүнәлтеп ебәрһәң, аҙаҡтан эш ырамлы бара. Ижади эш театрҙа туҡтағаны юҡ. Мәҫәлән, Айрат Абушахманов Урал Ғәлиевтың повесы буйынса спектакль әҙерләп ята».

Муллайән Сөйәрғолов, Башҡортостандың халыҡ артисы: «Һандуғастар көнләшерлек телем бар. Ҙур рәхмәтлемен халҡыма, телемә, театрыма».