Киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы менән сирле хеҙмәткәрҙәрҙе эш урынына индермәйәсәктәр

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса идаралыҡ ойошма етәкселәренә, киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм грипп менән сирле хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлыса эш урынына индермәүҙе тәҡдим итә.

"Грипп һәм киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы осоронда сирле хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә индермәү сараларын күреү мөһим. Халыҡ менән эшләгән хеҙмәткәрҙәргә тын алыу органдарын һаҡлау сараларын күрергә", - тип хәбәр итте РФ-тың баш санитар табибы Анна Попова.