Өфөлә Audi автомобилен рөхсәтһеҙ алып киткәне өсөн ҡыҙҙы хөкөм итәсәктәр

Башҡалала 29 йәшлек ҡыҙ рөхсәтһеҙ танышының автомобилен ала. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Был хаҡта республиканың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото №1 - Өфөлә Audi автомобилен рөхсәтһеҙ алып киткәне өсөн ҡыҙҙы хөкөм итәсәктәр

Ҡыҙ һәм 33 йәшлек Audi автомобиле хужаһы танышыуҙың тәүге кисен, ҡала буйлап, машинала йөрөп үткәрәләр. Иртәнсәк ҡыҙҙың фатирында уянғанда, яңы танышы сит ил машинаһы менән булмай сыға. Транспорт хужаһы полицияға мөрәжәғәт итә.

Автомобиль республиканың Дим районында табыла. Асыҡланыуынса, ҡыҙ бары тик автомобилдә йөрөп килергә уйлай. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Статьяға ярашлы, ғәйепләнеүсене штраф, йә иректән сикләү, мәжбүри эш йә иһә иректән мәхрүм итеү көтә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ