Республикала уңыш йыйыу дауам итә

Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда уңыш йыйыу, дөйөм алғанда, 385 мең тонна тәшкил итте, тип хәбәр итте республиканың ауыл хужалығы буйынса мәғлүмәт үҙәге.

Һауа торошона бәйле, республикала уңыш йыйыу тиҙлеге кәмей. 10 августҡа ҡарата 178 мең гектар майҙанда бойҙай культуралары йыйыла, был дөйөм майҙандың ун процентын тәшкил итә. Райондарҙа, шулай уҡ, яҙғы культураларҙы- борсаҡ, һолоно йыйыу эшенә тотондолар.

Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Дүртөйлө һәм Ейәнсура райондары уңыш йыйыу компанияһында тәүгеләр рәтендә.