Заманса белем биреү мөхите

Башҡортостанда ауыл еренә эшкә ҡайтыусы уҡытыусыларға 2 йөҙ мең һум күләмендә финанс ярҙам күрһәтелеүе ихтимал. Был аҡсаларҙы тәүге йылда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп артабан да эшләү теләге белдереүселәр аласаҡ. Дәртләндереү сараһы кадрҙар мәсьәләһен һәм уҡытыу сифатын да яҡшыртыр тип көтөлә. Юғиһә, Башҡортостан уҡытыусыларының ни бары 20 проценты ғына барлыҡ заманса технологиялар, интернет мөмкинлектәрен ҡулланып эш итә. Мәғариф өлкәһе белгестәренең август кәңәшмәһендә сығыш яһап Рөстәм Хәмитов уҡытыусыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, яңы стандарттар буйынса аттестация көтөүен белдерҙе. Бынан тыш кәңәшмәлә заманса һәм хәүефһеҙ уҡытыу мөхитен ойоштороу, һәләтле балаларҙы үҫтереү, һөнәри белем биреүҙе модернизациялау мәсьәләләре лә күтәрелде.

Өфөнөң Нуғай ауылында урынлашҡан 147-се мәктәптә төҙөлөш эштәренең икенсе этабы тамамланыу алдында. Былтыр көҙ бында өс йөҙ урынлыҡ корпус һәм административ бина файҙаланыуға тапшырылһа, быйыл учреждениеның майҙандары тағы ла киңәйә. Хәҙер белем усағы 1250 баланы ҡабул итә аласаҡ. Яңы мәктәп иң һуңғы технологиялар ҡулланып, хәүефһеҙлек талаптарына яраҡлаштырылып төҙөлә. Йыл аҙағына тиклем республикала 8 мәғариф учреждениеһы сафҡа инәсәк. Ә инде республиканың йөҙ йыллығына әҙерләнгән мәғариф объекттары иллегә яҡын. Уларҙың барыһы ла заманса белем биреү шарттарына яуап бирә. Ә был талаптар үтә лә көнүҙәк.

Уҡытыусыларҙың үҙҙәрен уҡытыу, белемен камиллаштырыу мәсьәләһенә август кәңәшмәһендә айырыуса иғтибар бирелде. 2020 йылда мәғариф хеҙмәткәрҙәрен яңы стандарттар буйынса аттестация көтә. Сөнки белем биреү системаһы яңы платформаларға - интерактив уҡытыу модулдәре, мобиль технологиялар, виртуаль ысынбарлыҡҡа ҡорола. Ни бары биш йылдан барлыҡ әсбаптар ҙа электрон форматҡа күсәсәк.

Ә бит республикала һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған. Киләһе йылға республиканың бар мәктәптәре лә юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыла. Ә Рәсәй был маҡсатҡа 2024 йылда ғына ирешергә иҫәп тота.

Рөстәм Хәмитов, Республика башлығы: «В целом республика занимает передовые позиции в рейтинге регионов в части развития цифровой образовательной среды. Это известно. Тем не менее нужно активно продолжать эту работу, шире использовать в учебном процессе электронные образовательные ресурсы, онлайн-обучение, создавать цифровые лаборатории, студии робототехники. К 2024 году в рамках реализации проекта «Цифровое равенство» необходимо обеспечить доступ к высокоскоростному интернету во всех школах и колледжах республики. На самом деле мы уже запланировали и выделили финансирование на то, чтобы работа завершилась не в 2024 году, а в 2019-м, крайний срок - в 2020 году, чтобы скорость интернета в школах была достойной».

Рөстәм Хәмитов һәләтле балаларҙың ситкә китеүенә лә борсолоу белдерҙе. Республикала был йәһәттән махсус концепция ла төҙөлгән, уҡытыусыларҙы һәм балаларҙы дәртләндереү өсөн финас ярҙам да ҡаралған, әммә эш тотҡарлана, тине төбәк етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов, Республика башлығы: «У нас есть целая сеть известных школ с инновационным характером обучения - лицеев и гимназий, школ с углублённым изучением, профильными классами. В них учится только треть, 35 процентов от общего числа обучающихся в республике. А нам надо качественно работать со всеми детьми без исключения, своевременно выявлять и развивать их таланты, чтобы они могли в полной мере проявить себя здесь, у нас в республике или в своих муниципалитетах, городских округах, связать своё будущее с родиной.»

Рөстәм Хәмитов һәләтле йәштәрҙе республикала ҡалдырыу өсөн юғары уҡыу йорттарының мөмкинлектәрен киңәйтеү кәрәклеген белдерҙе. Университеттар алдынғы предприятиелар, фәнни учреждениелар, бизнес инкубаторҙар менән кластерҙар булдырып студенттар өсөн яңы мөмкинлектәр асырға тейеш.

Автор: Айнур Кәбиров