Ҡоролоҡ эҙемтәләре

Көйөргәҙе районында ҡоролоҡҡа бәйле күп кенә хужалыҡтар юғалтыуҙарын иҫәпләй. Төбәктә июнь башынан бирле ямғыр яуғаны юҡ. Хәл айырыуса, "Киров" һәм "Искра" ауыл хужалығы предприятеларында ҡатмарлы. Ҡыҙыу ҡояш аҫтында сәселгән иген тура мәғәнәһендә кибеп бөткән. Сәсеүлектәрҙе Башгидромет белгестәре тикшергән.

Көйөргәҙе районы баҫыуҙарында ер кибеп, урыны менән ярылып ята. Сәбәбе-ике айҙан ашыу яуым-төшөм юҡ. Эҫе һәм ҡоро һауа торошо, ҡыуан елдар ауыл хужалығы культураларының шаҡтай өлөшөнөң һәләк булыуына килтергән. 115 гектар майҙанда сәселгән бойҙай яҙҙан яҡшы шытым биргән. Барлыҡ сәсеү һәм ашлау технологиялары теүәл үтәлһә лә башаҡтар буш.

Хәлим Туҡаев, Киров исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе: «Башаҡтарҙы ыуып ҡараныҡ, әммә уларҙа уңыш юҡ. Беҙ әлбиттә, уйһыуыраҡ ерҙәрҙән бер аҙ киләһе йылда сәсеү өсөн иген урасаҡбыҙ, әммә һатыуға сығарыу өсөн юҡ».

Айырыуса ҡатмарлы хәл, "Киров" һәм "Искра" ауыл хужалығы предприятеларында. Баш агроном билдәләүенсә, улар Ырымбур өлкәһе климат зонаһына эләгә. Белгестәр сәсеүлектәр торошон даими күҙәтеп тора, сәсеүҙә һәм культураларҙы тәрбиәләүҙә бөтө технологиялар ҙа үтәлгән. Әммә аномаль эҫе һәм ҡыуан елдәр сәсеүлектәрҙе юҡҡа сығарған.

Өлфәт Исхаҡов, "Искра" ауыл хужалығы предприятиеһы баш агрономы: «40 көн эсендә сәсеүлектәр кипте. Арпа бик наҡыҫ, ужымдың яртыһы ғына уңыш бирә, ярауайҙар менән бөтөнләй хәл мөшкөл, мең ярым гектарҙа арпаның 30 гектары ғына һаҡланған».

Айҙар Туйгилдин, Көйөргәҙе районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы: «Ер ҡоро һәм яуым-төшөм булманы. Һуңғы аҙнала үткән ямғыр ғына беҙҙе ҡотҡара алмай. 64 мең гектар сәсеүлектәрҙең 3,5 мең ярым гектарҙан ашыуы ҡоролоҡҡа бәйле ғәмәлдән сыҡҡан. Әлеге ваҡытта документтар әҙерләнә».

Район хужалыҡтары сәсеүлектәрендәге ерҙәрҙе Башгидромет белгестәре тикшергән. Уның һөҙөмтәһендә ҡыуан елдәр иҫеү сәсеү майҙандарына зыян килтергән тигән һығымта яһалған.. Көйөргәҙе районы игенселәре ҡоролоҡ менән бәйле ҡатмарлы хәлдә хөкүмәттән ярҙамға өмөт итә.

Автор: Гүзәл Борханова