Ҡала мөхите тәртипкә килтерелеүен ирекмәндәр ҙә күҙәтеп барасаҡ.

Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә йәмәғәт контроленә әүҙем граждандар ҙа ҡушыла ала. Әле республикала ҡала мөхитенә битараф булмаған 150 ирекмән теркәлгән.

Өфөлә уҙған түңәрәк өҫтәл торлаҡ-коммуналь хужалығы мәсьәләләренә арналды. Ултырышта ҡатнашҡан идарасы компаниялар, күп ҡатлы йорт рәйестәре, милекселәрҙең һорауҙарын хәл итеү юлдары барланды. Әле республикала тормошҡа ашырылған ике тиҫтәнән ашыу партия проекттарының эш һөҙөмтәләре, киләсәккә пландары ҡаралды. "Ҡала мөхите", "Реаль эштәр" проекты бөгөн Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә уңышлы эшләй. Быйыл 409 ихата һәм 123 йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү ҡаралған. Түңәрәк өҫтәлдә 2016 йылдан тормошҡа ашырылған урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы эшмәкәрлеге тураһында ла һүҙ барҙы. Ултырышта республика халҡының башлыса социаль объекттарҙы, мәғариф учреждениеларын ремонтлауға, спорт майҙансыҡтарын тәртипкә килтереүгә өҫтөнлөк биреүе билдәләнде. Был программа өсөн быйыл 400 миллион һум аҡса бүленгән.

Радик Гәрәев, Дәүләт думаһы депутаты ярҙамсыһы: «"Берҙәм Рәсәй" партияһы проекттарынан ҡала, республика күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтә - спорт майҙансыҡтары, балалар баҡсаһы булһынмы үҙҙәренең инициативаһын белдереп, ғариза яҙалар. Проекттар уртаҡ көс менән төҙөлгән объекттар, ремонтланған биналарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә лә булышлыҡ итә».

Автор: Фәниә Юланова