Федор Шаляпин исемендәге 2-се Халыҡ-ара конкурсҡа заявкалар 20-се авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Ҡатнашыусылар юлланған видео яҙмалар буйынса билдәләнә. Бәйге ике турҙан тора: фортепиано оҙатыуында ариялар һәм романстар, симфоник оркестр оҙатыуында ариялар. Гран-При яулаусыға 350 мең һум күләмендә аҡсалата премия ҡаралған.

Бәйге 20 сентябрҙән 25-се сентәбргә тиклем уҙғарыла. Баһалама комиссия рәйесе- Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Асҡар Абдразаҡов. Тулы мәғлүмәт Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сайтында урынлаштырылған.