Бөгөн Өфөләр ГТО нормаларын тапшырҙы.

Футбол, волейбол буйынса ойошторолған ярыштар ҙа күп халыҡты йәлеп итте. Сара Физкультурниктар көнө уңайынан уҙғарылды. Башҡортостан "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер бул" комплексын индереү һәм тормошҡа ашырыу буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылар рәтендә, уҙған йыл ун һигеҙ мең ГТО билдәһе алынған.

Билдәле шәхестәр ҙә үҙ миҫалында халыҡҡа спорт - ул хәрәкәт, спорт - ул әүҙем йәшәү рәүеше булыуын күрһәтә. Ошо маҡсаттан Бөтә Рәсәй халыҡ фронты "Йондоҙ менән ГТО нормаларын тапшыр" акцияһы ла ойошторола.

Татьяна Кучина: «Матур байрам. Йышыраҡ ойошторолһон ине. ГТО нормативтарын да күберәк кеше тапшырыуын теләйем. Оҙонлоҡҡа һикереү, кәүҙәне күтәреү буйынса яҡшы күрһәткестәр өсөн бөгөн приздар ҙа алдым».