"Салауат Юлаев" 21 августа көйәрмәндәре менән осраша.

Хоккей һөйөүселәр быйыл да ҡапҡаға шайба ташлай, хоккейсылар менән фотоға төшә ала. Бынан тыш, байрамға клуб ветерандары, 2008 йылда тәүге тапҡыр алтын миҙалдар яулаусылар саҡырылған. Ветерандар "Салауат Юлаев"тың әлеге составы менән уйын-тамаша ла уҙғара, тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте.