«Өфө» менән «Краснодар» футболсылары араһындағы осрашыу ваҡыты күсерелмәй.

Европа лигаһының квалификация этабындағы уйындар теҙмәһенә бәйле уның күсереләсәге тураһында хәбәр ителгәйне. Әммә “Өфө” Европа турнирындағы дәғүәсеһе Люксембургтың “Прогрес”ы менән килешкән. Яуап уйыны 14 августа булырға тейеш ине , ул 16-ыһына күсерелә. Рәсәй премьер-лигаһында иһә Краснодар командаһы менән осрашыу алдан билдәләнгән ваҡытта 13 августа уҙғарыла.