Башҡалала ваҡытлыса һыу биреү туҡтатыла

Нижегородка биҫтәһе менән Тарлауыҡ урамында йорттарға ваҡытлыса һыу биреү туҡтатыла. Был ремонт эштәренә бәйле, тип хәбәр итә Өфө ҡала хакимиәте.

14 августтың 12:00 сәғәтенән алып киләһе көндөң 11:00 сәғәтенә тиклем һыу биреү сикләнә. Ремонт ваҡытында, Өфө һыу селтәре урында йәшәүселәргә һыуҙы ташыясаҡ. Ҡала хакимиәте ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар өсөн ғәфү итенә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем ремонт эштәре сәбәпле, Өфөлә эҫе һыуҙы һүндергәйнеләр. Был медицина, мәктәпкәсә һәм мәғариф учреждениеларына ҡағылды.

Фотография: Интернет