Республикала балаға алкоголь эсемлеген һатҡаны өсөн ойошмаға штраф һалына

Октябрьск ҡалаһында балиғ булмаған балаға алкоголь эсемлек һатыу осрағы теркәлә. Был хоҡуҡ боҙоу өсөн административ яза ҡаралған. Юридик шәхескә биш йөҙ мең һум күләмендә штраф һалына.

Республиканың Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың июнь айында полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ рәүештә алкоголь эсемлек һатыу осрағын асыҡлай. Язанан ҡасыу маҡсатында, полиция хеҙмәткәрҙәренә ришүәт тәҡдим итәләр. Был осраҡ диктофонға яҙыла.

Осраҡ буйынса административ эш ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә, ойошмаға 500 000 һум күләмендә штраф һалына.

Фото: Интернет