Иртәгә республикала ҡойма ямғыр көтөлә

Иртәгә, 14 августта, республика биләмәһендә йәшенле ҡойма ямғыр яуыуы, елдең көсәйеүе көтөлә.Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Синоптиктар билдәләүенсә, төбәктә һауа температураһы 28 градус, төндә 18 градус йылы буласаҡ. Көндөҙ һәм төнөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе ихтимал.

Башҡалала, шулай уҡ, йәшенле ямғыр көтөлә. Һауа температураһы төндә 14 градус йылы, көндөҙ + 26 градусҡаса эҫетәсәк.