Өфөлә ун биш мең кешегә иҫәпләнгән футбол стадионы төҙөләсәк

Башҡалала яңы футбол стадионы төҙөлөшө өсөн майҙан һайлана. Был хаҡта Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһы үҫеше башланғыстарына арналған ҡала форумында белдерҙе.

Яңы стадион өсөн урын Затон күпере янында, аэропорт юлында, шулай уҡ Өфө ярымутрауы тип аталған биләмәлә ҡарала.

«Беҙгә, ысынлап та,яңы стадион кәрәк. Быға тиклем «Нефтсе» стадионы эшләп килде, тик хәҙер ҡалаға яңы спорт объекты кәрәк»,- тип хәбәр итте Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, стадион 15-16 мең кешегә иҫәпләнгән. Проект хаҡы 3-4 млрд һумға баһалана.