Өфөлә хеҙмәт урындары йәрминкәһе үтә

Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге урта һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн хеҙмәт урындары йәрминкәһен ойоштора. Сарала ҡатнашыусылар белгестәрҙән кәңәш аласаҡ.

16 августта йәрминкәлә тәрбиәсе, диспетчер, инженер, курьер, менеджер, шәфкәт туташы, ашнаҡсы кеүек эш урындары тәҡдим ителәсәк.

Сара Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үтә. Үткәреү ваҡыты иртәнге сәғәт ундан ун икегә тиклем.

Фото: Интернет