Башҡортостанда «Иғтибар-балалар!» операцияһы башланды

Республика автоинспекцияһы 13 августтан «Иғтибар-балалар!» операцияһын башланы. Профилактик сара барышында мәғариф учреждениелары янында ЮХХДИ инспекторҙары эшләйәсәк. Акция сентябрь айында тамамланасаҡ.

Сараның төп маҡсаты- балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү, аңлатыу эше алып барыу.

Билдәләп үтергә кәрәк, ағымдағы йылдың ете айында республикала балалар ҡатнашлығында 244 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Аварияла ете бала һәләк була, 259 бала төрлө тән йәрәхәттәре ала. Башҡалала 114 авария теркәлә, уларҙа ике баланың ғүмере өҙөлә, 118-һе – йәрәхәтләнә.