Өфөлә 15 мең тамашасыға иҫәпләнгән яңы стадион төҙөләсәк.

Был турала Башҡортостан башлығы баш ҡаланың үҫеш башланғыстарына арналған ҡала форумында белдерҙе. Әле яңы спорт обьектын урынлаштырыу урыны билдәләнә.

Тәҡдим булараҡ Затон күпере аръяғында, Өфө-аэропорт юлында һәм Өфө ярымутрауында майҙандар ҡарала. Проекттың хаҡы 3-4 миллиард һум. Был футбол буйынса донъя чемпионатына төҙөлгән стадиондарҙан яҡынса 5 тапҡырға арзаныраҡ.

Рөстәм Хәмитов, Республика башлығы: «Действительно нужен новый стадион. Нефтяник выручил нас на какое то время. Но сейчас мы уже видим, что городу нужен новый спортивный объект. И стадионы, вот такие спортивные объекты являются следующим шагом в цивилизационном развитии территорий. Мы идем по пути использования уже существующих проектов, и подсмотрели вот этот вариант в Белоруссии у них хорошо так компактно достаточно дешево получилось».