Өфөлә тиҙҙән бер нисә һаулыҡ һаҡлау объекттары барлыҡҡа киләсәк

Өфөлә бер юлы бер нисә һаулыҡ һаҡлау объекттары күтәрелә. Был хаҡта башҡала үҫеше башланғыстарына арналған ҡала форумында Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. Быйылғы йылда Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының яңы поликлиникаһы төҙөлөшө башланасаҡ.

Бынан тыш, алдағы йылдарҙа республика кардиология үҙәгенең яңы корпустары төҙөләсәк. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, капиталь төҙөлөш күләме өс миллиард һумға баһалана, ошондай уҡ сумма кардиоүҙәк төҙөлөшө башланғысына бүленәсәк. Шулай уҡ, Затон биҫтәһендә яңы поликлиника, инфекция дауаханаһының балалар корпусы төҙөлөшө күҙаллана.

Яҡын арала онкология диспансерының яңы корпусы сафҡа инәсәк. Әлеге ваҡытта һуңғы эштәр башҡарыла.