Ятаҡмы әллә айырым фатирмы?

Яңы уҡыу йылы яҡынлашҡан һайын Өфөлә ҡуртымға фатирҙарға ихтияж арта. Бер нисә студент берләшеп йәшәр өсөн уртаса бюджеттағыһын, ә ғаиләләләр иркенерәк фатир эҙләй.

Ятаҡтарҙа ремонт эштәре ҡайнай. Студент ҡаласығы хеҙмәткәрҙәре студенттарҙы яңы уҡыу йылы башланыуға лайыҡлы итеп ҡаршыларға әҙерләнә.

Айнур Сәлимгәрәев, Башҡорт дәүләт университетының студенттар ҡаласығы директоры: «Бүлмәләргә косметик ремонт яһайбыҙ, инженер селтәрҙәре торошон да тикшерәбеҙ. Студенттарҙы ятаҡҡа урынлаштырырға әҙерләнәбеҙ».

Ятаҡтарға, ҡағиҙә булараҡ, беренсе курстар алдараҡ урынлаша. Өлкәнерәк курстар беренсе сентябрҙән. Беренсе генә йыл уҡыусы йәштәргә медицина тикшереүе үтәһе, ордер алаһы һәм ҡайһы бер документтарҙы рәсмиләштереп өлгөрөргә лә кәрәк. Өфөлә башлыса студенттарға коридор тибындағы ятаҡ тәҡдим ителә. Бүлмәләрҙең ҙурлығынан сығып 3-4-5 кеше урынлашырға мөмкин. Уларҙа йыһаздар ҙа ҡуйылған хаҡтары ла артыҡ ҡиммәт түгел. Студенттарға стандарт бүлмә айына 500 -ҙән алып мең һумға тиклем төшә. Бөтәһе лә ундағы шарттарҙан һәм юғары уҡыу йортонан тора. Әммә күп кенә уҡыусы йәштәр ҡуртымға фатир эҙләй.

Люциә әхирәте менән бергә ҡала үҙәгенән ҡуртымға фатир алырға теләй. Икәүләп ҡуртымға фатир алыу осһоҙға төшә, сөнки арендаға фатир хаҡтары бик юғары. Айырыуса йәй аҙаҡтарына хаҡтар күтәрелә.

Руслан Мөфтәхов, күсемһеҙ милек агентлығының һатыу бүлеге етәксеһе: «Һорау ысынлап та ҙур. Өфөгә студенттар күпләп килә. Эшкә урынлашыусылар ҙа торлаҡты ҡуртымға алыуҙы хуп күрә».

Ҡала ситендә бер бүлмәле фатирҙы ун меңдән, ә үҙәктә заманса йыһазландырылған фатирҙы ғаиләлеләргә 45 меңдән дә ҡуртымға бирелә. Әммә бындай юғары хаҡтар студент өсөн түгел. Шуға ҡарамаҫтан, баҙарҙа түбән бюджетлы тәҡдимдәр ҙә етәрлек, ти белгестәр. Иң мөһиме мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа һәм алданмаҫҡа.

Автор: Гүзәл Борханова