Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Уҙған ял көндәрендә Баймак районының Талкаҫ күле буйында физкультура көнөнә арналған ярыштар үтте. Йыл һайын ойошторолған сарала 100-ләп спортсы - Баймаҡ ҡалаһы һәм районы, Сибай ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты.

Енел атлетика, теннис, футбол, шахмат‐ бер һүҙ менән әйткәндә спорт яратыусыларҙың байрамы оҙак йылдар дауамында үткәрелә. Уның традицион ҡатнашыусылары ла бар. Улар 10 йәштән 70 йәшкә тиклемге спортсылар. Сибай ҡалаһынан килгән Дамир Хәсәновтың енел атлетикала күптәнге тәжрибәһе бар. Ул ғәҙәти тормошта ла көн һайын өс сәғәтлек күнекмәләр үткәрә. Уның һөҙөмтәһе‐40 йыл дауамында үткән төрлө ярыштарҙа уға етеүсе юк. Спортсының район, кала ара һәм республика ярыштарында яулаған уныштары байтак. Һәләтле кеше бар яктан да һәләтле. Райондың оҫта шахматсыһы, ошо өлкәгә бик күп балалар әҙерләгән Зөлфәр Зөбәйеров был саранын иң өлкән катнашыусыһы булды. 66 йәшлек спортсының йыл һайын катнашыуын тик һаулык һәм сәләмәт тормош өсөн тип аңларға кәрәктер.

Талкаҫ күле буйлап йүгереүе еңел тугел. Күл тирәһен автомобилдәрҙә урап сығыуға ла арыу ғына вакыт талап ителә. Ә спортсылар был көндө 12 километр юл үтте. Физик культура, йәғни спорт һөйөүселәр байрамы енел атлетика төрөндө генә түгел, ә мәктәптәрҙә үткән шахмат, футбол ярыштары менән хәтерҙә каласак. Спорттың был төрө лә Баймак ҡалаһында бик актуаль. Уға ла мәғариф учреждениеларында өҫтәмә белем биреү түнәрәктәре фомаһында ҙур иғтибар бүленә.

Автор: Гөлнур Ишбулатова