Физкультурниктар көнөндә Иглин районында футбол буйынса ярыш үтте.

Чемпионатта төбәктең егермегә яҡын ауыл биләмәһе спортсылары ҡатнашты. "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" девизы аҫтында командалар ҡыҙыу бәйгене башлап ебәрҙе. Сыуаш-Ҡыбау һәм Оло Тәләк биләмәһе спортсылары финалда бер-береһенә ал бирергә теләмәне. Командалар уйынын ситтән күҙәткән көйәрмәндәр төрлө дәртләндереү һүҙҙәрен йәлләмәне.

Һөҙөмтәлә чемпионат бишкә өс иҫәбе менән тамамланды. Оло Тәләк ауыл биләмәһе командаһы кубокты яуланы. Районда үткән сара шулай уҡ төҙөүселәр көнөнә тура килде. Икеләтә байрам ҙур концерт программаһы менән район халҡын бер майҙанға йыйҙы. Иглин районы хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдинов алдынғы спортсыларҙы, төҙөүселәрҙе бүләкләп, ҡотлау һүҙҙәрен әйтте. Артабан да район данын республика, Рәсәй кимәлендә яҡларға саҡырҙы.