Өфөлә тәүлек эсендә һыуға батыуҙан өс ҡатынды ҡотҡаралар

Һауа торошоноң үҙгәреп тороуона ҡарамаҫтан, башҡалала һыу инеү миҙгеле дауам итә. Уҙған тәүлек эсендә генә ҡотҡарыусылар өс ҡатынды һыуҙан сығара. Улар барыһы ла йылғаның уртаһына барып етеп, кире әйләнеп ҡайта алмай.

«Гольфстрим» һыу инеү урынында 45 йәшлек ҡатын йылға уртаһына йөҙөп барып етә, әммә кире ярға йөҙөргә хәле етмәй. Ҡатынға ҡотҡарыусылар ярҙам күрһәтә. Ҡотҡарыусылар һүҙҙәренсә,ҡатын иҫерек булған. Икенсе ҡатынды Өфө йылғаһында ҡотҡаралар. 28 йәшлек ҡатын, шулай уҡ, йылға уртаһына тиклем йөҙөп бара. Шул уҡ көндө 21 йәшлек ҡыҙға ла ярҙам күрһәтелә.

Һыу инеү миҙгеле башынан алып 97 кешегә ярҙам күрһәтелә, уларҙың 21 –е-балалар.

Фото: Интернет