Башҡортостанда ауыл хужалығы предприятиеһының хеҙмәткәрҙәренә ҡарата 400 мең һум күләмендә бурысы йыйыла

Илеш районында ауыл хужалығы эшсәндәренә хеҙмәт хаҡын түләүгә ирешәләр. Урында хеҙмәт закон үтәлеше тикшерелә. Асыҡланыуынса, 63 хеҙмәткәр эш хаҡы алмаған була.

Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәткәрҙәр май айы өсөн хеҙмәт хаҡы алмай. Хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлап, прокуратура судҡа мөрәжәғәт итә. Етәксегә ҡарата административ эш ҡуҙғатыла.

Һөҙөмтәлә, етәксегә ун мең һум күләмендә штраф һалына. Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы буйынса йыйылған 430 мең һум күләмендәге бурыс ҡайтарыла. Улар хеҙмәт хаҡын тулыһынса алыуға өлгәшә.

Фото: Интернет