Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы яңы тапшырыу әҙерләй

Йәйге осорҙа тән ауырлығын ташлап өлгөрмәһәң, үҙ-үҙең менән ҡәнәғәт булмаһаң, һиңә тап ошо тапшырыуҙа ҡатнашырға кәрәк!

Республиканың төп телеканалы яңы реалити-шоу иғлан итә. Йөҙ көн дауамында матурлыҡ, сәләмәтлек һәм һомғоллоҡ өлкәһендәге тәжрибәле белгестәр һинең менән эшләйәсәк. Проект һуңында, иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән ҡатнашыусы, яңы йыл байрамына шәп бүләк аласаҡ. Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы менән яңы тормош башла һәм хыялыңа иреш!.

Ҡатнашыу өсөн 5 сентябргә тиклем konkurs@tv-rb.ru адресы буйынса заявка тултырып ебәреү мөһим. Унда үҙеңдең исем-шәрифеңде, ҡыҫҡаса мәғлүмәт һәм фото һалыр кәрәк.