Башҡортостандың көньяғында яңы завод төҙөү күҙаллана

Башҡортостанда яңы завод төҙөлөшө күҙаллана. Кумертауҙа экологик яҡтан хәүефһеҙ, утҡа бирешмәй тормай фиброцемент плиталар етештерә башлаясаҡтар. Бындай төҙөлөш хаҡы 650 млн һум тәшкил итә.

Сәнәғәт предприятиеһын Ҡытай партнерҙары төҙөйәсәк. Төҙөлөш һорауын 13 августта тикшерҙеләр. Осрашыу барышында төбәктең иҡтисад үҫеше буйынса министры Сергей Новиков Jiangxi Yuan Yang WeiLi Industrial Co., Ltd. Компанияһы етәксеһе Хуан Шихуа менән буласаҡ проект тураһында һүҙ алып барҙы.

Завод Башҡортостандың көньяғында, Кумертау ҡалаһында төҙөләсәк. Проектҡа 650 млн һум күләмендә инвестиция бүленәсәк.

Фото: Интернет.