Башҡортостанда балаһы тыуған ғаиләләргә бушлай янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы биреләсәк.

Был турала бөгөн Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән Хөкүмәт Президиумы ултырышында белдерелде. Әлегә тиклем янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ике категорияға, йәғни ишле һәм аҙ тәьмин ителгәндәргә, социаль яҡтан хәүефле тип һаналған ғаиләләргә генә бирелә ине. Хәҙер был хоҡуҡ менән сабыйы донъяға килгән һәр ғаилә файҙалана ала, яңы ҡарар быйылдан үҙ көсөнә инә.

Бюджетта ошо маҡсатта 25 миллион һум тирәһе аҡса ҡаралған. Янғын иҫкәртеү ҡоролмалары Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың указына ярашлы 2016 йылдан урынлаштырыла, әле ул 41 меңдән ашыу ғаилә йәшәгән йортҡа ҡуйылған. Хәүефһеҙлек сараһы янғында балалар үлемен кәметүгә булышлыҡ иткән. Ултырышта билдәләнеүенсә, ике тиҫтәнән ашыу баланың ғүмере һаҡлап ҡалынған.

Автор: Рәмзиә Кәримова