Республикала бурыслыларҙың мөлкәтен сауҙаға сығарасаҡтар

21, 22 һәм 23 августта арест һалынған мөлкәттәр сауҙаға сығарыласаҡ. Өс көн дауамында бурыслыларҙың фатирҙары һәм йорттары һатыласаҡ.

Хәбәр итеүҙәренсә, сауҙала һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. 21 августта фатир һәм ер биләмәһе һатыласаҡ. 22 августта торлаҡ йорт менән ер участкаһы, 23 августта фатирҙар сауҙаға сығарыласаҡ.

Һатыласаҡ мөлкәттәрҙең теҙмәһе менән Torgi.gov сайтында танышырға мөмкин.Белешмә өсөн телефон: 2865139, 2865193.