Өфөлә льготалы төркөмгә ҡараған граждандарға ер участкалары бирелә башлай.

Участкалар Кушнаренко һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында. Ә бына ер участкаһын теркәмәгән йәки үҙҙаллы сиктәрен киңәйткән хужаларға ҡарата ҡәтғи саралар күреләсәк.

Был турала бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында билдәләнде. Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, башҡала ҡаҙнаһына тәүге ярты йыллыҡта ер участкалары менән файҙаланыуҙан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса ингән. Өфө эргәһендә 71 мең гектарға яҡын ер бар. Тик бөтә граждандар ҙа үҙ участкаларын рәсми рәүештә теркәп бармай йәки икенсе маҡсатта файҙалана. Шуға күрә әле ерҙәрҙе инвентаризациялау бара. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 415 участкала закон боҙоу осрағы теркәлгән, йәғни хужалар эргә -тирәле майҙандарҙы баҫып алып сиктәрҙе киңәйткән. Бынан тыш, тағы йөҙгә яҡын участка маҡсатҡа ярашлы файҙаланылмай. Йәғни ер йорт төҙөү өсөн тип алына, ә уның урынына ҡунаҡхана йәки башҡа обьект төҙөп ҡуйыла. Был милекселәргә ҡарата тәүҙә иҫкәртеү яһаласаҡ, етешһеҙлектәр төҙәтелмәгән осраҡта административ яуапллыҡҡа тартырыу ҡарала. Матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, инвентаризациялау ҡаҙнаға ингән һалым күләмен арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Ә бына льготалы категория өсөн ер Өфөгә яҡын райондарҙан бирелә башлай.

Раил Еникеев, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы етәксеһе: «Өфө эргәһендә буш ер участкалары етмәй, ә сиратта 10 меңдән ашыу кеше тора. Улар ишле, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, торлаҡ шарттарыу яҡшыртыуға мохтаждар, йәш ғаиләләр, алдағы йылдарҙа сиратҡа баҫҡан бюджет хеҙмәткәрҙәре. Проблеманы хәл итеү өсөн әле яҡын-тирәләге муниципаль берәмектәр менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, пилот проекттары- Кушнаренко һәм Ҡырмыҫҡалы районы, тиҙҙән ошо райондарҙа ер участкалаыр бүлә башларбыҙ тип уйлайым».