Өфөлә Ырымбур урамында транспорттарға хәрәкәт итеү сикләнә

Башҡалала Ырымбур урамында транспорт сараларына ваҡытлыса хәрәкәт итеү тыйыла. Урам 16 августтан алып 20 августҡа тиклем ябыла.

Ҡаланың коммуналь хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сикләү һыу селтәрен ремонтлауға бәйле. Шулай уҡ, ошо уҡ биләмәлә, юл хеҙмәте «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә асфальтты алмаштырасаҡ.

Автоһәүәҫкәрҙәргә үҙ маршруттарын алдан уйлап, хәрәкәт итеүҙәре һорала.