Мишкә районында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында ике кеше һәләк була

Мишкә районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. 19 йәшлек водитель транспорт менән идара итә алмай, түңкәрелә.

Хәбәр итеүҙәренсә, ВАЗ-2110 автомобиле водителе Мишкәнән Ҡариҙел йүнәлешендә китеп барған. Транспорт менән идара итә алмай, ул юлдан сығып оса. Автомобиль түңкәрелә.

Аварияла водитель, шулай уҡ, уның 77 йәшлек пассажиры һәләк була. 75 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.